+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Ғинуар 2022, 11:05

Эремсектәрҙең сифатын тикшерҙек

Эремсек – организм өсөн бик файҙалы ризыҡ. Ул витаминдарға бай. Ә был ашамлыҡты эшләү күп сығымдар талап иткәнен беләһегеҙме, дуҫтар?

Эремсектәрҙең сифатын тикшерҙек
Эремсектәрҙең сифатын тикшерҙек

Мин беләм. Мәҫәлән, 1 килограмм эремсекте яһау өсөн 6 литр һөт кәрәк икән. Шуға ла етештереүселәр аҙыҡтарҙың массаһын арттырыу өсөн төрлө өҫтәмәләр ҡуша. Тәбиғи крахмал булһа, ул беҙҙең организмға зыян килтермәй. Ә бына үҙгәртелгән состав ҡушылһа, диабет менән ауырыған кешеләргә зарар килтереүе мөмкин. Был көнүҙәк проблема миндә ҡыҙыҡһыныу уятты ла инде. Химия уҡытыусыһы Гөлнара Мирсаяф ҡыҙы Рамаҙанова менән ошо хаҡта кәңәшләшкәндән һуң, эремсекте тикшереү проектын башларға хәл иттек. Тәүҙә төп маҡсаттарҙы билдәләнек. Былтыр гимназиябыҙҙа асылған заманса лабораториябыҙ беҙгә күп мөмкинлектәр асты.
Иң алда беҙ әҙәби күҙәтеү яһап алдыҡ. Төрлө фәнни китаптар уҡыныҡ һәм интернет селтәрендә мәғлүмәт эҙләнек. Тикшеренеү ысулын асыҡлағас, эксперименталь өлөшкә күстек. Һигеҙ төрлө эремсек һайлап алынды: «Своё-наше», «Бирский творог», «Молочный фермер», «Янаульский», «Чишминский», «Рощинский», «Каждый день. Ашан» һәм эремсек массаһы булған «Чишминский». Беҙ уларға йодометрия ысулы менән анализ яһаныҡ.
Тикшереү ваҡытында эремсектең массаһын, ундағы титрант күләмен һәм башҡа һандарҙы иҫәпкә алдыҡ. Төрлө формулалар менән эшләргә тура килде.
Һөҙөмтәләр буйынса, «Каждый день. Ашан» эремсегендә һәм «Чишминский» тигән эремсек массаһында крахмал булыуын таптыҡ һәм уның күләмен дә иҫәпләнек (3,49% һәм 9,48%). Үҙебеҙҙең һығымтанан сығып, был эремсектәрҙе диабет менән ауырыған кешеләргә тәҡдим итмәҫ инек, тигән ҡарарға килдек.

Алһыу ХУЖӘХМӘТОВА,
XI синыф уҡыусыһы.
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика
башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: