

Ҡар бабай өлкәндәр өсөн Яңы йыл символы булһа, балаларға ул каникулды хәтерләтә. Тап ҡышҡы ял мәлендә иң күп Ҡар бабайҙар әүәләнәлер әле. Саф һауала рәхәтләнеп уйнап, сана-саңғы шыуып, Ҡар бабайҙар эшләп күңел асыуға ни етә! Шулай бит, дуҫтар? Ана, гәзитебеҙҙең «Бәйләнештә» социаль төркөмөндә иғлан иткән «Әүәләйбеҙ Ҡар бабай!» бәйгеһенә лә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән әллә күпме фотолар килде! Ә Ҡар бабайҙарҙың ниндәйе генә юҡ! Фантазияғыҙҙың бай булыуы һоҡландырғыс. Афарин, дуҫтар!
Бөгөн, Ҡар бабайҙың тыуған көнөндә, бәйгене тамамлайбыҙ. Тиҙҙән еңеүселәр билдәле буласаҡ.