+27 °С
Ясно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
18 Января 2022, 04:25

Барлыҡ мәктәптәрҙә лә - интернет

Башҡортостан Республикаһының дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин оператив кәңәшмәлә 2021 йылдың 1 сентябренән республиканың бөтә мәктәптәре лә юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителеүен белдерҙе.

Барлыҡ мәктәптәрҙә лә - интернетБарлыҡ мәктәптәрҙә лә - интернет
Барлыҡ мәктәптәрҙә лә - интернет

Барыһында ла  кәрәкмәгән контенттан фильтр һәм мәғлүмәтте һаҡлау ҡуйылған.2022 йылдың 1 ғинуарынан мәктәптәр өсөн трафикка түләү федераль ҡаҙна иҫәбенә башҡарыла. Ул яҡынса 90 миллион һум тәшкил итәсәк.

Башҡортостан 2019 йылдан 2021 йылға тиклем 1761 ФАП, 968 мәктәп, 199 ауыл биләмәһе хакимиәте,74 янғын һүндереү бүлеге, 71 мәҙәниәт усағы, 13 китапхана - барлығы 3086 объект юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған.

Интернет селтәрҙәрен ҡарау һәм хеҙмәтләндереүҙе Ростелеком үҙ өҫтөнә алған.

Фото:https://yandex.ru/images/search

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас