+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
19 Января 2022, 05:25

Үҙ һүҙеңде туған телеңдә әйт!

Ошондай девиз менән 12 ғинуарҙа "Ер һүҙе/онлайн" төбәк-ара һанлы белем биреүҙә ҡатнашыусыларҙың тәүге төркөмөн уҡытыу башланды.

Үҙ һүҙеңде туған телеңдә әйт!Үҙ һүҙеңде туған телеңдә әйт!
Үҙ һүҙеңде туған телеңдә әйт!

Сәхнә оҫталығы һәм режиссёрлыҡ эше нигеҙҙәре буйынса белем биреү билдәле кинорежиссёр Булат Йосоповтың авторлыҡ методикаһына таянып уҡытыла. Башҡортостандан, Сыуашстандан, Удмурт Республикаһынан һәм Ямал-Ненец автономиялы округынан утыҙҙан артыҡ ғариза килгән.

-Проект халыҡ араһында киң танылыу яулай, шулай уҡ уның географияһы ла киңәйеүе ҡыуандыра. Быйыл проект Мәҙәни инициативаларының президент фонды грантына лайыҡ булып, Урал һәм Волга буйы федераль округтарын биләй, - тип белдерҙе проект продюсеры Леонид Филинов.

Әлеге ваҡытта икенсе ағымға ғаризалар ҡабул ителә, уҡытыу февралдең икенсе декадаһында башлана. Проекттың сайтында ғариза тултыра һәм проект менән тулыраҡ таныша алаһығыҙ. 

"Ер һүҙе/онлайн" кинопроектының ҡатнашыусылары - төрлө һөнәр эйәләре. Йәштәре, ҡыҙыҡһыныуҙары ла төрлөсә. Әммә уларҙы әсә телендә шәхси фильм төшөрөү, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү проблемаларын йәмғиәткә еткереү, тигән бер теләк берләштерә. 

Фото:https://www.bashinform.ru/news/

 

Үҙ һүҙеңде туған телеңдә әйт!
Үҙ һүҙеңде туған телеңдә әйт!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас