+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
27 Января 2022, 06:25

Күҙҙәрең ниндәй төҫтә?

Ҡара күҙҙәр - һирәк төҫтәрҙең береһе. Һеҙ - лидер. Зирәк, аҡыллы, күндәм характерлы. Һеҙҙең менән еңел менән уртаҡ тел табып була. Эргәгеҙҙәге кешеләр ҙә һеҙҙе ышаныслы тип һанай.

Күҙҙәрең ниндәй төҫтә?Күҙҙәрең ниндәй төҫтә?
Күҙҙәрең ниндәй төҫтә?

Зәңгәр күҙҙәр - иң һөйкөмлөһө, барыһын да үҙенә тартып тора. Һеҙ  ҡыҙыҡһыныусан, бар нәмәне лә алдан уйлап эш итәһегеҙ. Ләкин кеше араһында үҙегеҙҙе сит итеп тояһығыҙ. Яҡын кешегеҙгә асылыу ҙа һеҙгә еңел бирелмәй. Яңы әйберҙәргә лә бик һағайып ҡарайһығыҙ.

Һоро күҙлеләр - тыныс, яғымлы һәм аҡыллы. Һәр ваҡыт үҙ фекерегеҙҙе әйтеп, кешеләр менән тиҙ генә килешеп бармаһағыҙ ҙа, яҡындарығыҙҙың ҡәҙерен беләһегеҙ, улар өсөн өҙөлөп тораһығыҙ.

Йәшел күҙҙәр  һирәк осрай торғандарҙан һанала. Үҙегеҙ серле, һеҙҙән әллә ниҙәр көтөргә була. Ижади фекерләү һәләтегеҙ ҙур үҫеш алған. Стрестарға бирешеп бармайһығыҙ, характерығыҙ еңел. Һеҙҙе асыуландырыр өсөн бик ныҡ тырышырға кәрәк. 

Ҡуңыр күҙҙәр - иң киң таралғандары. Һеҙҙе ихтирам итәләр. Һәр саҡ камиллыҡҡа ынтылаһығыҙ. Һеҙ  тоғро, нескә күңелле, йәмғиәткә тиҙ яраҡлашыусан.

Ҡатнаш күҙҙәр - мәҫәлән, күҙ ҡараһына яҡын - йәшел, эргәләре ҡуңыр. Һеҙ үҙегеҙгә ныҡ ышанаһығыҙ. Тиҙ генә етди ҡарарҙар ҡабул итәһегеҙ, тормошоғоҙҙо төптән үҙгәртергә лә  ҡурҡмайһығыҙ.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text= 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас