

Шуға ла быны күптәр илаһи бер мәлгә, тылсымға тиңләй. Ошо көндә теләгән теләктәр ҡабул була, тиҙәр. Нумерологтар әйтеүенсә, февралдең 2-һе, 20-һе, 22-һе, ысынлап та, кеше тормошона көслө йоғонто һәм үҙгәреш яһай ала торған көндәр тип һанала. Тап бөгөн барлыҡ ғаләм кеше аңына йоғонто яһау мөмкинлегенә эйә, йүнәлеш бирә ала, быға йыһан, магия көсө булышлыҡ итә. Тимәк, теләгең булһа, тормошоңдо төптән үҙгәртеү өсөн иң ҡулай көн. Мәҫәлән, күптән инде дөрөҫ туҡланыу рационына күсергә хыялланаһың икән, бөгөн башлау шәп һөҙөмтә бирәсәк. Шулай уҡ тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр менән мауығыу кеүек насар ғәҙәттәрҙән арыныу өсөн да бик яҡшы. Был тылсымлы көндә киләсәккә пландар ҡорорға, күптән асыу һаҡлап йөрөгән кешене ғәфү итергә кәрәк. Көтмәгәндә аҡса килеүе лә ихтимал, үҙеңдә көс һәм еңеллек артыуын һиҙергә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, уй-хыялдар менән һаҡ булырға кәңәш ителә. Сөнки бөгөн уларҙың ысынбарлыҡҡа ашыуына мөмкинлек күберәк. Шуға ла уйҙарығыҙ изге, яҡты булһын, яуызлыҡ, көнсөллөк, яманлыҡтан һаҡ булығыҙ!