+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
9 Февраля 2022, 10:37

Йәш рәссамдар өсөн акция

Пекинда үткән Ҡышҡы Олимпия һәм буласаҡ Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан Рәсәй йыйылма командаһын хуплап, "Беләбеҙ.Яратабыҙ.Хуплайбыҙ" тигән Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡортостан да ҡушыла. Был сара мәктәпкәсә йәштәге балалар ойошмалары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары араһында уҙа. Спорт темаһына һүрәт эшләп, йыйылма командаға йәки айырым спортсыға матур теләктәреңде яҙырға кәрәк.

Йәш рәссамдар өсөн акцияЙәш рәссамдар өсөн акция
Йәш рәссамдар өсөн акция

Рәсемдәрҙе мәғариф ойошмалары сайттарына, социаль селтәрҙәргә урынлаштырырға, #КомандаГероев, #ВеримвРоссию, #ВместеМыСила, #ЗнаемЛюбимПоддерживаем хештегтарын яҙырға тәҡдим ителә. Олимпия уйындары буйынса Рәсәй йыйылма командаһына арналған һүрәттәрҙе - 20 февралгә тиклем, ә Паралимпия уйындары буйынса 4 - 14 мартта интернетҡа ҡуйырға кәрәк. 

Иң уңышлы һүрәттәр спортсыларға тапшырыласаҡ, Рәсәй Спорт министрлығы сайтына ҡуйыласаҡ.

Ошо һылтанма аша инеп, акцияның шарттары менән ентеклерәк танышырға мөмкин.

Фото: vecherka.su

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас