+21 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
10 Февраля 2022, 11:35

Тәүге бишәү исемлегендә!

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто төбәктең бөтә дәүләт баҫма киң мәғлүмәт сараларын һәм тейешле инфраструктураны берләштерә. 

Тәүге бишәү исемлегендә!Тәүге бишәү исемлегендә!
Тәүге бишәү исемлегендә!

2021 йылдың йомғаҡтары буйынса, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто сайтына айына уртаса 620 000 кеше инеп, 2 934 000 яңылыҡ ҡараған. Һөҙөмтәлә, ул популяр мәғлүмәт ресурстарының тәүге бишәү исемлегенә ингән.

Башҡортостанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтын иң күп кеше ҡарай. Ул  5 680 000 ҡарау йыйған. Икенсе урында 3 747 000 ҡарау менән «ufa.kp.ru» сайты һанала. Өсөнсө урында иһә - «Ижтимағи» электрон гәзит сайты. Уны1 477 000 кеше ҡараған.

-Бөгөн халыҡ яңылыҡтарҙы иң элек интернет ресурстар аша ала. Шуның өсөн дә беҙ конкуренттарҙан артта ҡалмаҫ өсөн  һөҙөмтәле эшләргә тырышабыҙ, киләсәктә лә алдынғылар рәтенән төшмәҫкә тейешбеҙ, - ти Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова.

Бөгөн «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң сайттарын яҡынса алты миллион кеше ҡарай, аудиторияһы – бер миллиондан ашыу. Ә инде социаль селтәрҙәр төркөмөнә яҙылыусылар һаны миллион ярымдан ашҡан.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас