

Байрамға буласаҡ һалдаттарҙы - малайҙарҙы саҡырғайныҡ. Улар менән төрлө ярыштар ойошторҙоҡ.Бигерәк тә ҡул көрәштереү буйынса көс һынашыу сәмле барҙы, берәүһе лә бирешергә теләмәне. Шашка уйыны ла ҡыҙыҡлы булды.
Иң шәп, көслө, ҡыйыу, етеҙ малайҙар араһынан еңеүселәрҙе билдәләүе еңел булманы. Иң-иңдәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙыҡ, барлыҡ ҡатнашыусыларҙы тәмлекәстәр менән һыйланыҡ.
Гүзәл ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
ауыл мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы.
Баймаҡ районы, Ишмырҙа ауылы.