+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
24 Февраль 2022, 12:10

Ватанды һаҡлаусылар аҙналығы

Мәктәбебеҙҙә һәр ваҡыт күңелле  һәм  фәһемле саралар  үткәрелеп тора. Яңыраҡ хәрби-патриотик темаға арналған аҙналыҡ ойошторолдо.

Ватанды һаҡлаусылар аҙналығыВатанды һаҡлаусылар аҙналығы
Ватанды һаҡлаусылар аҙналығы

Аҙна башында VIII синыф уҡыусылары ни өсөн Ватанды яҡлаусылар көнө тап 23 февралдә билдәләнеүе тураһында сығыш яһаны. Саңғы ярышы, "Күңелле старттар",  "Йәгеҙ әле,малайҙар" бәйгеләре, синыф сәғәттәре үткәрелде. Малайҙар,буласаҡ ил һаҡсылары,бер ярышта ла үҙҙәрен һынатманы. Саңғыла иң етеҙ йөрөүселәр Ринат Ғилманов,Илһам  Ғәлиуллин, Булат  Шөғәйепов Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Бәйгеләр барышында малайҙар үҙҙәрен һәр эшкә лә оҫта,физик яҡтан  әҙерлекле  булыуын күрһәттеләр. Картуф та әрсенеләр, зирәклектә, отҡорлоҡта, сослоҡта ла  бер-береһенә ал бирмәнеләр. Ә ҡыҙҙар байрамдарҙы күңелле музыкаль күстәнәстәр менән биҙәне.

Сәүиә ЗАКИРОВА.

Белорет районы, Ғәбдөк ауылы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас