

Бәхет кешегә "йоғоусан". Ғалимдар раҫлауынса, янында бәхетле кешеләрҙең булыуы мейенең һулаҡай ярымшарын әүҙемләштерә, тимәк, ыңғай эмоциялар барлыҡҡа килә икән.
Профессор психолог Майкл Фордис бәхетле булыуҙың 14 шартын билдәләй:
1. Һәр саҡ ни менәндер мәшғүл булыу.
2. Кешеләр менән аралашып йәшәү.
3. Файҙалы һәм емешле хеҙмәт.
4. Тулҡынланмаҫҡа тырышыу.
5. Үтә юғары маҡсаттарҙан һәм ерлекһеҙ хыялдарҙан баш тартыу.
6. Ыңғай һәм оптимистик фекергә таяныу.
7. Йәшәүҙе ойоштора һәм планлаштыра белеү.
8. Бөгөнгө ысынбарлыҡ шарттарын ҡабул итеү.
9. Сәләмәт тормош алып барыу.
10. Экстраверт булыу (үҙ эсеңә бикләнмәҫкә тырышыу).
11. Үҙ-үҙең булып ҡалыу.
12. Кире эмоцияларҙан һәм проблемаларҙан ҡотола белеү.
13. Яҡындарың менән аралашыуҙы бәхет сығанағына әүерелдереү.
14. Бәхеттең ҡәҙерен белеү.
Сығанаҡ "Башҡортостан календары"нан алынды.
Фото:https://yandex.ru/images/search?tex