+23 °С
Облачно
VKOKМакс
Төрлөһөнән
14 Марта 2022, 04:35

Мәктәп музейына экскурсия

Бер көндө III һәм V синыфтар өсөн мәктәп музейына экскурсия ойошторорға булдыҡ. Унда беҙҙе Шакир Ғөбәйтулла улы Таһиров ихлас ҡаршы алды.

Мәктәп музейына экскурсияМәктәп музейына экскурсия
Мәктәп музейына экскурсия

Музей етәксеһе төрлө экспонаттар менән таныштырҙы, ҡомарт­ҡыларҙың һәр береһе тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе. Балаларға бигерәк тә фотоларҙың нисек баҫылып сығыуы, фотоплёнкалар тураһында белеү, боронғо фотоаппараттарҙы күреү ҡыҙыҡлы булды.
Әйтергә кәрәк, музейҙа уҡытыусылар коллективы, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм ауыл халҡы тырышлығы менән бай тарихи-этнографик ҡомартҡы тупланған. Ә был экскурсия өсөн Шакир Ғөбәйтулла улына рәхмәт әйтәбеҙ.

Гөлфиә ШӘЙХЕТДИНОВА, китапханасы.
Белорет районы, Манышты ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас