+24 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
22 Марта 2022, 05:20

Һыуҙың хәтере бар

Сит ил белгестәре һыуҙың төҙөлөшөн ныҡлап өйрәнә. Япон ғалимы Эмото Масару уның хәтере булыуын иҫбат итә, бының өсөн лабораторияла бик ҙур эш башҡара. Үҙенең бер тәжрибәһендә ул төрлө һауыттарға һыу һалып, ошондай һүҙҙәр әйтә: "рәхмәт", "ғәфү ит", "иҫәр". Аҙаҡ туңдырып, уларҙың төҙөлөшөн тикшерә.  

Һыуҙың хәтере барҺыуҙың хәтере бар
Һыуҙың хәтере бар

Яҡшы һүҙҙәр әйтелгән һыу структураһы - алты мөйөшлө йондоҙ, йәғни беҙ күргән ҡар бөртөгө, ә насар һүҙ әйтелгәне аңлашылмаған формала була. Шунан Масару өс һауытҡа дөгө ярмаһы һалып, һыу тултыра ла беренсеһенә - "рәхмәт", икенсеһенә - "иҫәр", өсөнсөһөнә бер һүҙ ҙә әйтмәй ултыртып ҡуя. Бер ай үткәс, уларҙы тикшереп ҡарай. Беренсе һауыттағы дөгө матур көйө эреләнгән, икенсеһе ҡап-ҡара булған, ә өсөнсө һауыттағыһы күгәрә башлаған. Ғалим быны бала тәрбиәләү менән сағыштыра, йәғни ата-әсәләр балаларына иғтибарлы булырға, матур һүҙҙәр әйтеп кенә үҫтерергә бурыслы. Шунда ғына һәйбәт һөҙөмтә буласаҡ. 

Ғалимдар өшкөртөлгән һыу составын тикшерә. Ысынлап та, доға уҡылғанының структураһы бик матур йондоҙ формаһында була. Шуға ла ауырыуҙың һаулығына өшкөртөлгән изге ниәтле һыуҙар ыңғай йоғонто яһай. Зәм-зәм һыуы бер ваҡытта ла иҫкермәй. Бына мөғжизә! Шуға күрә һыуға ҡарата иғтибарлы, рәхмәтле була белергә кәрәк.

Сығанаҡ "Башҡортостан календары"нан.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас