+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
23 Марта 2022, 08:05

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының фотолары - электрон форматта

Кисә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына БАССР Юғары Советының Президиумы тарафынан Ҡыҙыл Байраҡ тапшырылыуға 80 йыл тулыу айҡанлы Республика Хәрби Дан һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙарында дивизияның электрон фотоальбомының презентацияһы үтте.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының фотолары - электрон форматта112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының фотолары - электрон форматта
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының фотолары - электрон форматта

Электрон альбом легендар 16-сы кавалерия гвардияһының (112-се башҡорт кавалерия дивизияһы) тарихын, хәрби юлын сағылдырған фотоһүрәттәрҙе һаҡлай.

Дивизияның фотохәбәрсеһе Л.И. Якубов һәм ул ҡаты яраланғандан һуң өлкән лейтенант, дивизияның сәйәсәт бүлеге инструкторы М.Н. Усманов тарафынан төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙә яу юлы, дивизияның шәхси составы, йәғни командирҙар, офицерҙар, сержанттар һәм хәрбиҙәр менән танышырға мөмкин.

1947 йылда хәрбиҙәр тарафынан эшләнгән альбомдың оригиналы Республика Хәрби Дан музейының филиалы булған 112-се Башҡорт Кавалерия музейында һаҡлана. Электрон версияла альбомдың стиле, авторҙарҙың орфографияһы, тыныш билдәләре береһе лә үҙгәртелмәгән. 

Фотоальбом менән танышырға теләгегеҙ булһа, музейҙарға рәхим итегеҙ!

Фото: https://www.bashinform.ru/news/culture/

 

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының фотолары - электрон форматта
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының фотолары - электрон форматта
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының фотолары - электрон форматта
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының фотолары - электрон форматта
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының фотолары - электрон форматта
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас