+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
31 Март 2022, 11:25

Саф һауа - йәнгә дауа!

Яҙҙың тәүге айы үтеп китһә лә, ҡыш хушлашырға ашыҡмай, буғай. Һаман да ҡарҙар яуа, бурандар ҡотора. Уның ҡарауы, балаларға күңелле. Ана, Байморат, Ангелина, Арианаларҙы әйтәм. Саф һауала рәхәтләнеп уйнайҙар! Яҙғы каникулда тауҙан шыуыу ҡасан эләгә әле тағы?

Саф һауа - йәнгә дауа!Саф һауа - йәнгә дауа!
Саф һауа - йәнгә дауа!

Байморат Миһранов - Өфөнән, Ангелина менән Ариана Петуховалар Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Байморат - Өфөләге 48 –се башҡорт лицейында I, Ангелина Стәрлетамаҡтағы 30-сы мәктәптең III синыфында уҡый. Ә Ариана әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Әлшәй районының Тәүәтәй ауылында йәшәүсе өләсәһе менән олатаһы Зөлфиә һәм Самат Миһрановтар янында каникулдары күңелле үтә уларҙың. Йоҡолары туйғансы йоҡлайҙар, бергәләшеп төрлө уйындар уйнайҙар, өләсәләре үҙҙәрен тәмле ризыҡтар менән һыйлай.

Улар төрлө ҡалала йәшәгәс, йыш осраша алмай шул. Шуға ла һөйләшеп һүҙҙәре, уйнап күңелдәре бөтмәй туғандарҙың. Кинәнеп уйнап ҡалһындар әйҙә! Ауылдың саф һауаһы күңелгә генә түгел, йәнгә лә дауа ул!

Ғәмһеҙ бала саҡ ғүмерҙең бер миҙгеле генә булған кеүек, яҙғы каникулдың да көндәре һанаулы ғына. Шуға һеҙ ҙә ялдарығыҙҙы матур үткәрегеҙ, дуҫтар!

Юлиә КИРӘЕВА.

Саф һауа - йәнгә дауа!
Саф һауа - йәнгә дауа!
Саф һауа - йәнгә дауа!
Саф һауа - йәнгә дауа!
Саф һауа - йәнгә дауа!
Саф һауа - йәнгә дауа!
Саф һауа - йәнгә дауа!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас