

Бер нисә көн битегеҙҙе һабын менән йыумағыҙ. Ҡайнап һыуынған һыуға ҡатҡан икмәкте ебетегеҙ ҙә шуның менән йыуынығыҙ. Битлек яһап бер аҙ тотҡандан һуң, һалҡын һыу менән сайҡатығыҙ.
Йомортҡа һарыһы һәм баллы битлек
Сынаяҡҡа бер йомортҡаның һарыһын айырып һалығыҙ ҙа бер нисә тамсы ғына үҫемлек майы тамыҙығыҙ. Ҡатнашма бер аҙ ҡуйыра төшкәс, ярты балғалаҡ бал өҫтәгеҙ, яҡшылап бутағыҙ. Әгәр шыйығыраҡ булһа, бер аҙ картуф оно һалығыҙ. Ҡатнашманы кискә биткә, муйынға һөртөгөҙ. 20 минуттан һалҡынса һыу менән йыуып алығыҙ.
Эремсек битлеге
Ике ҡалаҡ яңы яһалған эремсеккә бер йомортҡа һарыһы, бер нисә тамсы водород перекисы тамыҙып бутағыҙ. Биткә, муйынға һылағандан һуң 10-15 минут үткәс, һалҡын һыу менән йыуып төшөрөгөҙ. Был битлек майлы тире өсөн ҡулай.