+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
19 Апреля 2022, 08:15

Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!

Был көндө баш ҡалабыҙҙың «Башҡортостан» концерт залы балаларҙың күңелле тауыштарынан гөрләп торҙо. Матур тамашаға йыйылды улар. «Тамыр-30. Йөрәктәрҙе ҡабыҙабыҙ!» исемле байрам концерты телерадиостудияның барлыҡҡа килеүенә 30 йыл тулыуға бағышланды. 

Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!

Эйе, инде өс тиҫтә йылдар буйына «Тамыр»  кескәй дуҫтарын ҡыуандыра. Хәҙер инде уны Башҡортостанда ғына түгел, сит тарафтарҙа ла яҡшы беләләр, яратып ҡарайҙар.

Ә концертҡа йыйылған тамашасыларҙың күплеген күрһәгеҙ! Әсә телен яратҡан, телһөйәр, илһөйәр, рухлы,  йыр-моң һөйөүсе балаларыбыҙ, Аллаға шөкөр, бихисап. Күптәренең милли кейемдәрҙә килеүе күңелдәрҙе тағы ла йылытып ебәрҙе.

Байрам концертын ҡасандыр «Сәңгелдәк», «Иләү» тапшырыуҙарында тәүге аҙымдарын яһап, ҡанат нығытҡан, хәҙер инде барыбыҙға ла яҡшы таныш, билдәле булған Ильяс Ҡарабулатов, Ләйсән Мәзитова, Шәүрә Сәғитова, Гөлгөнә Баһауетдинова һәм яратҡан Тыр-тырыбыҙ, йәғни Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев «Тамыр»ҙың хәҙерге кескәй йондоҙҙары Азалиә Хисмәтуллина, Арыҫлан Сафин, Асель Батырахова, Искәндәр Йосопов, Арыҫлан Вәлиевтәр менән бергәләшеп, күңелле, йәнле итеп алып барҙы. Сәхнәлә «Тамыр» йыр һәм бейеү ансамбле менән бергә «Сулпылар» телевизион йыр, «Байыҡ» телевизион бейеү бәйгеһе, «Ҡош юлы»,«Бишек» балалар проекты, «Елкән» йәш музыканттар бәйгеһе еңеүселәре лә сығыш яһаны. Ә инде Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы, йырсы, Рәсүл Ҡарабулатовтың улы Ильяс менән - «Беҙҙең ил» йырын, Гәлсәр Байғусҡарованың - «Башҡортостан - илгенәм», билдәле йәш йырсылар Сабина Кучаеваның - «Көнбағыш», Илнур Рамаҙановтың - «Нурлы бала саҡ», Диләрә Иҙрисованың - «Бишек», «Сулпылар» телевизион бәйгеһенең тәүге алып барыусыһы булған, хәҙер инде Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камаловтың «Сулпылар - 2021» бәйгеһе еңеүсеһе Стәрлетамаҡ егете Рамазан Биккинин менән бергә башҡарған «Дуҫлыҡ йыры»тамашасылар өсөн көтөлмәгән бүләк булды.

Тәнәфес мәлендә кескәйҙәр өсөн фойела төрлө мауыҡтырғыс уйындар, күңелле бәйгеләр ойошторолдо. Әүҙем ҡыҙҙар һәм малайҙар тәмлекәстәр, бүләктәр алып ҡыуанды. Ул ғына ла түгел, тамашасылар араһында  «СТЕРХ» Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының тәмле торттарын да уйнаттылар. Шулай уҡ әкиәт персонаждары менән фотозона ла эшләне. Һәр кем улар менән иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡалырға тырышты.

Балаларға күңелле, матур, сағыу ял минуттары бүләк иткән йырлы-моңло, нурлы, рухлы был байрам, ысынлап та, йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!

Юлиә КИРӘЕВА.

Фото: https://vk.com/album-

 

 

 

Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Йөрәктәрҙә ялҡын ҡабыҙҙы!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас