+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
28 Апреля 2022, 07:35

Фытыр саҙаҡаһы хаҡында

Рамаҙан айында фытыр саҙаҡаһы бирелә. Уны һәр мосолман кешеһе бирергә тейеш. Хәнәфи ғалимдары фекеренсә, фытыр саҙаҡаһын түбәндәге кешеләргә биреү дөрөҫ түгел:

әсәй-атайҙарға, өләсәй-олатайҙарға;

улдарға, ҡыҙҙарға, ейән-ейәнсәрҙәргә, уларҙың балаларына;

ирҙәр ҡатындарына, ҡатындар ирҙәренә.

Был саҙаҡа фәҡәт мохтаждарға бирелә һәм ошо доға уҡыла:

Раббәнә тәкаббәл миннәә иннәкә әнтәс-сәмиигуль-галиим
«Әй, Раббыбыҙ! Был саҙаҡаны беҙҙән ҡабул ит, дөрөҫтән дә Һин — Ишетеүсе һәм Белеүсеһең!»

Сығанаҡ: vk.com

Фото: stihi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас