+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
1 Мая 2022, 10:25

Үҙ ташыңды беләһеңме?

Таштарҙы беҙ йондоҙнамә буйынса һайларға күнеккәнбеҙ, баҡһаң, уларҙы ҡан төркөмө буйынса ла һайларға була икән.

Үҙ ташыңды беләһеңме?Үҙ ташыңды беләһеңме?
Үҙ ташыңды беләһеңме?

I төркөм эйәләренә, мәҫәлән, һары, ҡыҙыл, ҡыҙғылт-һары төҫтәр һәйбәт тәьҫир итә. Һары таштар: цитрин, гәрәбә, топаз, йәшмә, хризопраз, юлбарыҫ күҙе. Ҡыҙыл һәм алһыу:яҡут, родонит, гранат, мәрйен, турмалин, алһыу ынйы.

II төркөмгә ҡарағандарға зәңгәр һәм йәшел төҫтәге таштар тәҡдим ителә. Йәшел: зөбәржәт, нефрит, йәшмә, аҡыҡ, йылан күҙе. Зәңгәр һәм күк: сапфир, лазурит, топаз, содалит, фирүзә.

III төркөмгә ингәндәргә ҡатмарлы комбинациялар: ҡыҙыл һәм ҡыҙғылт һары, зәңгәр һәм йәшел, шәмәхә төҫлө таштар ярҙамға киләсәк. Шәмәхә таштар: аметист, чароит, авантюрин.

IV төркөмгә ҡараусыларҙың энергетикаһы II төркөмдәгеләргә бик ныҡ оҡшаған, шуға күрә уларға бер үк кәңәштәр бирелә.

Сығанаҡ "Башҡортостан календары"нан алынды.

Фото:livemaster.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас