+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
3 Май 2022, 15:05

«Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый, мәңге нур һибә!»

Бала саҡтан таныш был йыр, ҡайҙа ғына барһаҡ та, беҙҙе оҙатып йөрөй. Бөгөн, Халыҡ-ара Ҡояш көнөн билдәләгәндә, айырыуса моңло яңғыраған кеүек булды ул беҙгә. Бөрйән районының Яуымбай ауылы балалары менән тәбиғәт ҡосағына сығып, Ҡояш көнөн үткәрҙек.

Матур сараны Сибай ҡалаһынан практика үтергә ҡайтҡан студенткабыҙ Наҙгөл Исхакова менән бергә әҙерләнек. Ҡыҙҙар һәм малайҙар саф һауала рәхәтләнеп күңел асты, туйғансы уйнаны, ҡояш тураһында шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, йомаҡтар систе.

Бер-беребеҙгә изге теләктәр теләп, «Ҡояш апайға» рәхмәттәр әйтеп, ҡәнәғәт булып таралыштыҡ.

Зөлфирә МЫРҘАҒОЛОВА, ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.

Бөрйән районы, Яуымбай ауылы.

"Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый, мәңге нур һибә!"
"Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый, мәңге нур һибә!"
"Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый, мәңге нур һибә!"
"Ҡояш, ҡояш мәңге балҡый, мәңге нур һибә!"
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас