+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Май 2022, 16:10

Редиска яратаһығыҙмы?

Сағыу, матур төҫлө генә түгел, тәмле лә, организм өсөн файҙалы ла ул редиска. 

Редиска яратаһығыҙмы?
Редиска яратаһығыҙмы?

Ул ҡанды шыйыҡлай, ҡан тамырҙары стенаһын нығыта, ҡандағы холестеринды кәметә. Шуға ла йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлегендә проблемаларығыҙ бар икән, рационығыҙға редисканы индерергә кәрәк. Варикоз ауырыуҙарынан яфаланғандарға ла тромбалар барлыҡҡа килмәһен өсөн редиска ашарға кәңәш итәләр. 

Маңлайығыҙҙы, сикәләрегеҙҙе редис һуты менән ышҡыһағыҙ, баш ауыртыуы баҫыласаҡ.

Бауыр өсөн дә файҙалы ул. Организмды шлактарҙан, токсиндарҙан таҙарта.

Сығанаҡ: "Акчарлак" гәзитенән.

Фото: ogorod.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: