+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Май 2022, 14:40

Тимур һәр ваҡыт әҙер

Был һүрәттә V «Е» синыфы уҡыусыһы Тимур Бикбулатовты күрәһегеҙ. Өфөләге 84-се татар гимназияһында гел пионер галстугы тағып йөрөгән бер­ҙән-бер уҡыусы ул.

Тимур һәр ваҡыт әҙер
Тимур һәр ваҡыт әҙер

Шундай һоҡлан­ғыс, өлгөлө малай бит үҙе! Бөтә фәндәрҙән «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Тимур галстугын ғорурланып таға, уны Владимир Ильич Лениндың йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре пионер­ҙар сафына тантаналы ҡабул иткән икән. Тимур – хәҙер бында хөрмәтле һәм гел көтөп алған ҡунаҡ та. Үҙен төрлө сараларға саҡырып ҡына торалар, әле бына Пионерҙар көнөнә арналған сараны ла бик оҫта итеп алып барҙы.
Бар яҡтан да өлгөр малай инглиз теле һәм математика фәнен төплө белер өсөн өҫтәмә дәрестәргә йөрөй. Төрлө район, ҡала, халыҡ-ара бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, гел призлы урындар алып, гимназия данын күтәрә. Ул Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеү берлеге ойошторған төрлө сараларҙа ҡатнаша. Күптән түгел «Эҙләнеү – 2022». Фән – ул хәҡиҡәтте эҙләү» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡарт ҡартатаһы Әсхәт Сөнәғәт улы Алдаҡаев тураһында эҙләнеү эше менән Гран-при яулаған. Үҙен күп тапҡыр шиғри бәйгеләрҙә һынап, призлы урындар алып ҡыуанған. Уның Маҡтау ҡағыҙҙары шул тиклем күп, һанап бөткөһөҙ! Афарин!
Тимур спорт менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таба. 5 йәшенән йөҙөү һәм тхэквондо секцияларына йөрөй. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, миҙалдар ҙа яулай. Хатта күк төҫтәге билбау эйәһе лә икән. Һуңғы ике йыл волейбол һәм кроссфит менән әүҙем шөғөлләнә башлаған. Үҙен өйҙә лә маҡтап ҡына торалар. Ныҡ ярҙамсыл, уңған. Әминә һеңлеһенә шундай шәп ағай ул.
Белем усағындағы синыфташтары, дуҫтары һәм уҡытыусылары был ҡыйыу, тырыш уҡыусы менән ныҡ ғорурлана.
Алға, Тимур, артабан да һынатма, ҙур эштәргә һәр ваҡыт әҙер бул!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: