+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
23 Май 2022, 11:20

Ҡаҡы яратаһығыҙмы?

Ҡаҡы беҙҙең әйләнә-тирәбеҙҙә үҫкән ҡуҙғалаҡтан да нығыраҡ таралған.

Ҡаҡы яратаһығыҙмы?Ҡаҡы яратаһығыҙмы?
Ҡаҡы яратаһығыҙмы?

Уны ҡала парктарында ла, болондарҙа ла, юл ститтәрендә лә осратырға мөмкин. Үҙенсәлекле япрағы ла, һабағы ла ҡаҡыны башҡа үҫемлектәрҙән еңел айырырға ярҙам итә. Аш-һыу өсөн бармаҡ йыуанлығындай, ерҙән үк күтәрелгән япраҡтары уртаһынан бер нисә һабаҡ булып килеп сыҡҡан үҙәге файҙаланыла. Уны йәш сағында ғына ҡабығын әрсеп ашайҙар, сөнки ҡаҡы бик тиҙ күтәрелә һәм ҡата. Йәш ҡаҡының тәме кәбеҫтәне хәтерләтә. Ашарға яраҡлылығы ла шунан күренә – уның һабағы еңел бөгөлөп-өҙөлөп тора. Япраҡтары ла, тамыры ла ашарға яраҡлы, ләкин беҙҙә ҡаҡының йәш һабағы ғына файҙаланыла.

Сығанаҡ: "Башҡортостан календары".

Фото: dache.pro

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас