+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
25 Мая 2022, 11:05

Аҡ юл һеҙгә, ун беренселәр!

Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ мәктәбенән Аида Әғлетдинова, Илгинә Байрамғолова һәм Динислам Байрамов өсөн бөгөн айырыуса тулҡынландырғыс көн. Сөнки мәктәптә һуңғы тапҡыр көмөш ҡыңғырау сыңланы.

Ун бер йыл буйы белем алған туған мәктәбегеҙҙән, яратҡан уҡытыусыларығыҙҙан, синыфташтарығыҙҙан айырылыуы бер аҙ моңһоуыраҡ булһа ла, алда һеҙҙе киң офоҡтар, яҡты киләсәк көтә. Имтихандарҙы ғына түгел, тормош ҡуйған һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, хыялдарығыҙҙы ысын итергә яҙһын! Ә ғүмерҙең иң матур миҙгеле булған мәктәп йылдары онотолмайынса, матур бер иҫтәлек булып, күңелегеҙҙә мәңге һаҡланыр. Аҡ юл һеҙгә, ун беренселәр!

Аҡ юл һеҙгә, ун беренселәр!
Аҡ юл һеҙгә, ун беренселәр!
Аҡ юл һеҙгә, ун беренселәр!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас