+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
25 Май 2022, 12:10

Сығарылыш синыф уҡыусыларына

Быйыл Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбенең туғыҙынсы синыфын - өс, ун беренсене ике уҡыусы тамамлай. Бөгөн улар өсөн белем усағыбыҙҙа һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. 

Әҙ генә булһалар ҙа,күп эшкә өлгөрәләр. Ныҡ тырыш, уңған, һәләтле үҙҙәре. Гөлнәзирә Ғайсина, Нуралия Байғусҡарова, Азалина Сәфиуллина, Айтуған Исламов һәм Камила Борхановаға уңыштар теләп, ҡотлау шиғырымды еткерәм:

Гөлнәзирә! Һин һәм мәктәп,
Мәктәп һәм һин – бер бөтөн!
11 йыл буйы уҡыуға
Тырышып һалдың көсөң!
Һин хәҙер сәфәр сығаһың,
Мәктәп ҡала урында,
Арбаң тулы, тейәп алғас
Кәрәкленең барын да!

Үтә тыйнаҡ, шундай йыйнаҡ
Булдың һин, Нуралия!
Һинең кеүек тырыштарға
Бәхет һәр саҡ йылмая!
Остаздарың бер тауыштан
Һүҙ ата уңыш теләп,
Тормошҡа ашыусан була
Күмәк теләгән теләк!

Йөҙөктөң иң-иң затлыһын
Тағып алған мәктәбең,
Азалина! Һин – ҡашыһың
Шул йөҙөктөң, быны бел!
Йылмайыуың нурҙар бөркә,
Түҙемһең төрлө эшкә,
Тормош имтиханын тапшыр
Һәр ваҡыт 4-кә, 5-кә!

Шундай шаян, етеҙ һәм шуҡ
Малай инең, Айтуған!
Яҡты, өмөтлө киләсәк
Юрайбыҙ һиңә, туған!
Көндәрең ҡояшлы булһын,
Ай булһын төнөн юлдаш,
Ышан беҙгә, икеләнмә,
Эх, шәп эшләй һинең баш!

Зифа буйлы, матур һынлы,
Бар яҡлап та камил да,
Беренселек яулап алдың
Нисә тапҡыр, Камилла!
Дуҫтарыңа, кескәйҙәргә
Өлгө булған ҡыҙ бала,
Маҡсатыңа үрләгәндә
Һис тә юғалып ҡалма!
Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА,
уҡытыусы.
Миәкә районы, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе.
Сығарылыш синыф уҡыусыларына
Сығарылыш синыф уҡыусыларына
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас