

– Беҙҙең интернат-лицейҙы 18 ҡыҙ һәм 14 егет тамамлай. Быйылғы сығарылыш уҡыусылары белем усағы тарихында иң шаян, шуҡ, шул уҡ ваҡытта бик етди, эшһөйәр булыуҙары менән айырылып торҙо. Ҡыҙҙарыбыҙ тырыш, тыйнаҡлы булһа, ә егеттәребеҙ – тәртипле, ҡыйыу, өлгөр.
Минең XI «А» синыфы физика-математика йүнәлешендә уҡыһа, XI «Б» синыфы гуманитар йүнәлештә белем алды. Улар араһынан Тимерхан Байрамғолов, Азалиә Камалова, Гөлсирен Сөләймәнова, Мәҙинә Вәлиева һәм Миләүшә Дәүләткилдиналар өлгөлө тәртибе, яҡшы уҡыуы, мәктәптә һәм синыфта ойошторолған барлыҡ эштәрҙә лә әүҙем ҡатнашыуы менән һоҡландырҙы. Флүр Сәйетов, Йәмил Ураҙгилдин, Салауат Байғотлин һәм Илсиә Ғүмәровалар спорттан шәп булды.
Төрлө концерттарҙа, йыр-моң бәйгеләрендә ҡатнашып, лицей данын күтәреүсе уҡыусыларыбыҙ ҙа бар. Бына улар – Искәндәр Ишморатов, Ализа Ыласынова, Илвир Сөләймәнов, Алтынай Моталова. Ә Динис Йортбәковты айырым билдәләп үтер инем. Был егетебеҙ уҡыуҙа ла, спортта ла, олимпиадаларҙа ла гел еңеү яулап, беҙҙе ҡыуандырып ҡына торҙо. «Йыл уҡыусыһы», «Йыл спортсыһы», «Лицейҙың йыл уҡыусыһы» кеүек исемдәргә лайыҡ булды. Тағы ла йыл һайын үткәрелеп килгән хәрби-патриотик айлыҡтарҙа алыштырғыһыҙ командир булып йөрөнө, – ти тулҡынланып XI «А» синыфы етәксеһе Әлфидә Дәүләткилде ҡыҙы Рәмова.
– Ваҡыт тиҙ генә үтә лә китә шул. Аҡыллы, ҡыҙыҡһыныусан, ҡуйған маҡсаттарына ынтылыусан уҡыусыларым менән хушлашыу мәле лә етте. Һәр береһенең имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙ аллы тормошта ла һынатмауҙарын теләйем, – тине XI «Б» синыфы етәксеһе Юлиә Рафаэль ҡыҙы Ғөбәева ла.
Ҡыҙҙар, егеттәр был көндө яратҡан уҡытыусыларына, оло йөрәкле тәрбиәселәре Дамира Шаһибал ҡыҙы Бикҡолова менән Флүзә Мостафа ҡыҙы Ишҡыуатоваға рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне.
Алда сығарылыш уҡыусыларын ынтылаһы үрҙәр, яулайһы бейеклектәр, үҙ аллы тормош көтә.
Аҡ юл һеҙгә, ун беренселәр!
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.