

Һигеҙе лә тырыш, уңған, Салауат Юлаев исемендәге балалар ойошмаһының әүҙем ағзалары булды. Бигерәк тә Диана Ғәбитова һоҡландырҙы. Үҙе гел «бишле»гә уҡыны, төрлө олимпиадаларҙа еңеү яуланы. Мәктәптең президенты итеп юҡҡа ғына һайланманы инде.
Заһир Фәсхетдинов спорт ярата. Милли көрәш буйынса республика бәйгеһендә өсөнсө урынға сыҡһа, хоккейҙан районда иң-иңе булып танылды. Гер спорты буйынса ла һынатманы. Ул – мәктәптең тәртип министры. Гөлнәзирә Билалова – «Тере классика» Бөтә Рәсәй конкурсының район еңеүсеһе, республика буйынса бәйгелә көсөн һынаны. Инглиз теленән фәнни-тикшеренеү эше менән призёр булды. Йырларға ярата, оҫта бейей, мәктәптә концерттар унһыҙ үтмәне. Шуға ла үҙен мәҙәниәт министры итеп һайланылар.
Беҙҙең синыф гел алдынғы булды. Йәнһылыу Хәйбуллина, Инсаф Килдейәров, Алтынай Ғәбитова, Рәмзил Усманов, Ғайсар Ғилмановтар ҙа маҡтауға лайыҡ. Үҙҙәрен ныҡ һағынырбыҙ инде, – тип һөйләне ун беренселәрҙең синыф етәксеһе Нурсилә Ҡасим ҡыҙы Мөхәмәтова.