+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
29 Мая 2022, 04:30

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Ейәнсура башҡорт интернат-гимназияһында ла шаулап-гөрләп «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы уҙҙы.

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдарыҠыңғыраулы мәктәп йылдары
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

– XI синыфты быйыл 14 уҡыусы тамамлай. Уларҙың күбеһе гимназияла бишенсенән алып уҡый, бөтәһе лә интернатта йәшәй. Берҙәмдәр, татыуҙар. Район намыҫын республика, Рәсәй кимәлендә яҡлаусы, гимназия ғорурлығы булған уҡыусыларыбыҙ бар. Бына, мәҫәлән, Айзидә Йылҡыбаева бер нисә йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара, Башҡорт­остан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса республика бәйгеләрендә призёр, төрлө фәнни-ғәмәли конференция еңеүсеһе булды. Алмаз Сабитов, Миңзәлә Илбаева, Камил Рахманғолов, Айгиз Арыҫланов, Ильяс Ваһапов та гел ҡыуандырып ҡына торҙо. Егеттәребеҙ араһында йыр-моңға ғашиҡ булыу­сылар бар. Уларҙың күбеһе гимназияның вокаль-инструменталь ансамблендә сығыш яһап йөрөнө. Үҙҙәрен концерттарҙа алҡыштарға күмделәр, – тип ун беренселәрҙе маҡтап бөтә алманы синыф етәксеһе Сәлимә Зәкирйән ҡыҙы Бикбаева менән тәрбиәселәре Айгөл Вәли ҡыҙы Фәхретдинова.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас