

Тамаша гимназияның элекке сығарылыш уҡыусыһы, билдәле драматург, күренекле балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның «Бүре башы — 12!» пьесаһы буйынса ҡуйылған. Спектаклдең режиссёры — театр етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Ҡыуатова. Ул да был гимназияны тамамлаған.
Анастасия ГРИГОРЬЕВА, VIII «Б» синыфы уҡыусыһы, Әкиәтсе ҡыҙ ролен уйнаусы:
— Театр — үҙе бер серле донъя! Ысынлап та, ул бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Мин дә театрҙарға йөрөргә әүәҫмен. Әлеге спектаклдә Әкиәтсе ҡыҙ ролен бик яратып уйнаным. Сәхнәгә актёр булып сығыуыма бик ҡыуандым. Үҙемдең ролемде тырышып, бөтөн күңелемде һалып башҡарҙым.
Беҙгә режиссёр Әлмира Шәриф ҡыҙы үҙеңде сәхнәлә нисек тоторға, һүҙҙәреңде тамашасыға дөрөҫ итеп еткерергә өйрәтте. Барыбыҙ ҙа иң тәүҙә уға, шулай уҡ балетмейстер Вячеслав Шарунға, әкиәтте ҡуйыу өсөн барлыҡ көстәрен һалған композитор Әлфиә Зиннуроваға, рәссам Әнисә Томаншинаға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатоваға, тәрбиәсебеҙ Фәймә Ғибәт ҡыҙы Ишморатоваға ныҡ рәхмәтлебеҙ!
Үҙемә оҫталыҡ дәресе алдым һәм күп нәмәгә өйрәндем, тип әйтер инем. Репетицияларға йөрөү синыфыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ берләштерҙе, үҙ-ара иғтибарлы һәм ярҙамсыл булырға өйрәтте. Минең уйлауымса, киләсәктә беҙ ниндәй генә һөнәр һайлаһаҡ та, театр биргән тәжрибә алдағы тормошобоҙҙа кәрәк буласаҡ.
Әҙилә ҒӘЗИЗОВА, X «Г» синыфы уҡыусыһы:
— Төп ролдәрҙе уйнаған Азалиә Юламанова (Кәзә), Искәндәр Бир-ҙеғолов (Һарыҡ), Эвелина Мийәнова (Әбей), Рим Ҡадаев (Бабай), Анастасия Григорьева (Әкиәтсе ҡыҙ), Ғәлинур Ишмуллин (Баш бүре) ныҡ һоҡландырҙы. Үҙҙәрен сәхнәлә хәс тә артистар һымаҡ тоттолар. Килештереп уйнанылар!
Спектакль бик оҡшаны. Һигеҙенселәр һәләттәрен күрһәтә алды. Әгәр киләсәктә артист булырға теләһәләр һис шикһеҙ уларҙан оҫта сәхнә кешеһе сығыр, тип уйлап ҡуйҙым.
Шулай уҡ гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Тимербулатова ла ошо әкиәт премьераһы тураһында үҙ һүҙен еткерҙе.
— Спектакль бик матур ҡуйылды. Балалар барыһы ла тырышып, килештереп уйнаны. Һәр береһе үҙенең роленә яуаплы ҡарап, ҡуйылған маҡсаттарын яҡшы үтәне. Әлмира апай ҙа балалар менән ихлас шөғөлләнеп, уҡыусыларҙан үҙен яраттырып өлгөрҙө. Киләсәктә ошо балалар араһында артист һөнәрен һайлаусылар ҙа булыр, моғайын, — тине ул.
Афарин, гимназистар! Беҙ ҙә уларға уңыштар теләп ҡалабыҙ, йәш артистарға киләсәктә тағы-тағы сағыу-сағыу ролдәр менән сәхнәлә балҡырға яҙһын!
З. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.