

I -IX синыфтар өсөн ойошторолған сараны һәр кем көтөп алды. Шулай булмай әллә! Тап өлкәндәрҙеке һымаҡ йылына бер тапҡыр ғына була бит бындай сара!
Тоҡ кейеп йүгереү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып уҙышыу, "ат сабышы", көршәк ватыу, ҡул көрәше, көйәнтә менән һыу ташыу, гер күтәреү кеүек халҡыбыҙҙың элек-электән ҡалған күңелле уйындары, спорт ярыштары, эстафета, йыр-моң менән үрелеп барҙы һабантуй. Һәр кем үҙ һәләтен күрһәтергә, әүҙем ҡатнашырға тырышты.
Сара аҙағында иң-иңдәргә бүләктәр тапшырылды, уҡыу йылы буйына уңыштарға ирешкән уҡыусылар билдәләнеп, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Каникулдарының тәүге көнөн күңелле үткәргән ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡәнәғәт ҡалып, өйҙәренә таралышты.