

Ҡояш яғымлы яҡтырта, күк йөҙө зәп-зәңгәр ине. Ямғырҙың туҡтаған сағы. Тирә-яҡта йәшеллек, саф һауа. Беҙ экскурсия алдынан юлда йөрөү, урманда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп алдыҡ. Балалар өсөн үҙеңдән һуң сүп-сар ҡалдырмау, сәскәләрҙе күпләп өҙмәү, яр буйҙарын, йылға-күлдәрҙе бысратмау кәрәклеге тураһында әңгәмә үткәрҙек.
Тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял иттек. Лицейыбыҙға күтәренке кәйеф менән ҡайттыҡ.
Зөлфиә СӘЙФУЛЛИНА, тәрбиәсе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
Ленин исемендәге интернат-лицей.