+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
16 Июнь 2022, 07:25

Нефтекаманың йәш актёры

Нефтекама ҡалаһынан 12 йәшлек Даниил Хафизов "ZILANT" халыҡ-ара кинофестивалендә "Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн фильм" номинацияһында иң яҡшы уйнаусы йәш актёр булып танылған. Яңыраҡ Ҡазан ҡалаһында еңеүселәрҙе бүләкләгәндәр.

Нефтекаманың йәш актёрыНефтекаманың йәш актёры
Нефтекаманың йәш актёры

"Мин һинең дуҫың" ҡыҫҡа метражлы фильмында төп ролде уйнаған Даниил. Режиссёры - Нефтекама ҡалаһынан Регина Ғәлиәкбәрова. Фильм Булат Йосоповтың кино мәктәбендә "Ер һүҙе/Онлайн 2.0" халыҡ-ара цифрлаштырыу буйынса белем биреү кинопроекты сиктәрендә төшөрөлгән. 

Һәләтле малай 5 йәшенән вокал менән мауыға, бер нисә клипта, социаль роликтарҙа төшөп өлгөргән.

- "Мин һинең дуҫың" фильмында Иван исемле малайҙы уйнаным, ролде еренә еткереп башҡара алыуым өсөн бик шатмын. Төшөрөү процессы, операторҙар менән эшләү бик оҡшаны. Күп тәжрибә тупланым. Киләсәктә актёр буласакҡмын, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан Даниил Хафизов "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәрҙәренә биргән интервьюһында.

Ҡазанда үткән фестивалдә балалар актёрлыҡ оҫталыҡтары буйынса дәрестәр алған, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан, ҡала буйлап сәйәхәт итергә лә өлгөргәндәр.

Фото: bashinform.ru

Нефтекаманың йәш актёры
Нефтекаманың йәш актёры
Нефтекаманың йәш актёры
Нефтекаманың йәш актёры
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас