+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Июнь 2022, 12:25

Тарих эҙҙәре буйлап

Тарих – үҙеңдең тамырҙарыңды белеү ул. Ошо маҡсат менән юлландыҡ та инде беҙ, VII синыф уҡыусылары, ҡыҫҡа ғына, шулай ҙа бик фәһемле сәйәхәткә.

Тарих эҙҙәре буйлап
Тарих эҙҙәре буйлап

Тәүге туҡталышыбыҙ комсомолец Лукьян Пономарёв һәйкәле булһа, шунан инде Башҡорт­остандың беренсе баш ҡалаһы Темәс ауылына юл тоттоҡ. Бында иң тәүҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы иҫтәлегенә асылған һәйкәл янында туҡталдыҡ. Аҙаҡ йәйәүләп билдәле алтын табыу­сы Рәмиевтәр төҙөткән өйҙәр­ҙе, уларҙың таш келәттәрен ҡарап сыҡтыҡ. Педагогия училищеһы булып асылып, һуңынан интернат-мәктәпкә әйләндерелгән бинаны күрҙек. Синыф етәксебеҙ Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы ошо уҡыу йортонда белем алыусы ҡай­һы бер билдәле шәхестәр тураһында ла һөйләне.
Артабан юлыбыҙ ҡасандыр Зәки Вәлиди яҙмышы менән бәйле булған йортҡа алып килде. Уның икенсе ҡатын ҡарап сыҡҡандан һуң был йорт менән хәҙерге Темәс музейы араһында ер аҫтынан тоннель үткәнен белдек. Ҡыҙыҡһын­ғандар хатта подвалға төшөп, ошо юлды ҡарарға ла өлгөр­ҙө. Бында беҙ Зәки Вәлиди генә түгел, ә Муса Мортазин, Шәйехзада Бабич, Рәүеф Мортазин һәм башҡалар тураһында ла мәғлүмәт алдыҡ.
Артабан етәксебеҙ «ҡанлы көндәр» тураһында һөйләне һәм беҙ шул осорҙа һәләк бул­ған ҡыҙылармеецтар иҫтәлегенә асылған һәйкәлде барып күрҙек. Сәйәхәтәбеҙҙең бер туҡталышы Темәс ауылындағы Яңылбикә инәйҙең йорт-музейы булды. Был өй әллә ҡай­ҙан балҡып ултыра, унда туҡтамау мөмкин түгел ине.
Түбә ауылында алтын табыусылар иҫтәлегенә һәйкәл асыл­ған. Уның эргәһендә фотоға төштөк. Уҡытыусыбыҙ беҙгә Түбә ауылы тарихы тураһында ла һөйләп үтте. Ҡайтыу юлында Иҫән ауылындағы 1812 йылғы һуғыш яу­гир­ҙары иҫтәлегенә асылған һәйкәл, аслыҡ йылы ҡорбандарына ҡуйылған таҡтаташ, Әнәс ҡоҙоғо янында туҡтаныҡ. Әйт­кәндәй, Әнәс ҡо­ҙоғо һыуы «Тал­ҡаҫ» шифаханаһының асылыуына сәбәпсе булған икән дә.
«Курск» атом һыу аҫты кәмәһендә фажиғәле һәләк бул­ған ҡаһарман мичман Фәнис Ишморатовҡа арнап ҡуйылған стеланы ла күреп киттек. Яҡташыбыҙ батырлығы тураһында ла бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ.
Тарих эҙҙәре буйлап йөрөп ҡайттыҡ. Рухи яҡтан байыныҡ, үҙ тарихыбыҙҙы барланыҡ, белемебеҙҙе арттырҙыҡ. Тағы ла ошондай ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр көтөп ҡалабыҙ.

VII синыф уҡыусылары.
Баймаҡ ҡалаһы,
4-се лицей.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: