+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Июль 2022, 16:35

Балалар өсөн дә әүҙем ижад итә

«Ҡуңыр буға» төбәк йәмәғәт ойошмаһы асылған көндән алып Әбйәлил районының ижади көстәрен туплаған «Йәйғор» әҙәби берләшмәһе уның иң әүҙем ағзалары булды. Ни тиһәң дә, әҙәбиәтте пропагандалау, ижадсыларҙы үҫтереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды, йәш һәм башлап яҙыу­сыларҙың тиҫтәләрсә ҡулъяҙмаһы тикшерелде.

Балалар өсөн дә әүҙем ижад итә
Балалар өсөн дә әүҙем ижад итә

Күптән түгел ойошманың сираттағы ултырышында Ҡырҙас ауылында тыуып үҫкән шағирә Нәсимә Ғайсинаның ижады менән танышыу форсаты тейҙе. Уның әҙәби тупланмаһында лирик шиғыр, хикәйәт, хикәйә, драма кеүек жанрҙарҙы ла осратырға мөмкин.
Быларҙан тыш, ул – балалар өсөн дә әүҙем ижад итеүсе автор. Нәсимә Ғайсинаның йөҙгә яҡын шиғырҙан тор­ған ҡулъяҙмаһы бының асыҡ миҫалы, тиһәң дә була.
Гәзит уҡыусыларға уның бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ. Улар «Йәншишмә» гәзите уҡыусыларына оҡшар, тип ышанабыҙ.


Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Әсәйем эшләй ҡорот

Әсәй еңен төрөп алып,
Ҡорот эшләй эркеттән.
– Ата-бабам шәп ҡоротто
Аш иткән, – ти, – электән.
Ҙур ҡаҙанда ҡайнатты ла:
«Һарҡытайым хәҙер», – ти.
Һыуы һарҡҡас киндер тоҡта,
Әсәй: «Ҡорот әҙер», – ти.
Тоҡтан алып әүәләгәс:
«Ашағыҙ, – ти әсәйем. –
Ҡорот дауа тәнегеҙгә,
Бик килешер әсе тәм».


Талҡан

– Сырт-сырт килә ни? – ти һеңлем, –
Ҙур сөгөндөң төбөндә?
– Сырт-сырт ҡурмас ҡыҙҙыра, – тим, –
Өләсәйем сөгөндә.

– Дығыр-дығыр ни әйләнә?
– Ҡул тирмәне өйрөлә.
Шул ҡурмастан ашъяулыҡҡа
Талҡан оно өйөлә.
Өләсәйем был ризыҡты
Майға болғап әүәләй.
– Ә бит башҡорт талҡан эшләп,
Туҡ булған, – ти, – әүәле.
Иҫке ауыҙға яңы ризыҡ
Бик танһыҡ, – ти өләсәй. –
Талҡан менән йәмле табын,
Эсәйек, – ти, – әле сәй.


Ҡолонсағым

Йондоҙ ҡашҡам ҡолонланы,
Ҡолонсағы кес кенә.
–Эх, атланып йөрөргә! – тим, -
Ҡасан икән эшкинә?

– Йәй еткәнсе көт, – ти атай, –
Бер аҙ ғына түҙ әле.
Тояҡтары нығынһындар,
Һин дә, улым, үҫ әле.
Себештәр һәм Сара

Көн дә Сара себештәргә
Тары һибә бик күпләп.
«Эй, тәмле!» – тип себештәре,
Бөтәләр бик тиҙ сүпләп.

Хайран ҡалып тора Сара:
Туп кеүектәр себештәр,
Түп-түңәрәк тарыһы ла,
Барыһы ла бер иштәр.

Себештәр ҙә, тарылар ҙа
Тик һарылар – бер төҫтә.
Бер тиҫтә һары себештәр,
Кәүҙәгә лә бер төрлө.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: