+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Июль 2022, 10:35

Хыялында – алтын балыҡ

Ҡармағына шундай ҙур суртан эләккәнен күргәс, Рәүилдең иҫе китте. Ышанмай, бер аҙ аптырап ҡарап торҙо. Сөнки олатаһы Рәмил дә, атаһы Булат та ундай балыҡты ҡаптыра алманы. Бәләкәй генә Көйөргәҙе йылғаһында ошондай ҙур балыҡ булыр, тип кем уйлаһын?!

Хыялында  – алтын балыҡ
Хыялында – алтын балыҡ

Өфө малайы Рәүил йәй көндәрендә Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында йәшәүсе өләсәһе менән олатаһы – Фәнүзә һәм Рәмил Сарбаевтарға ҡунаҡҡа килә. Шундай саҡта, әлбиттә, иң яратҡан шөғөлө – балыҡ тотоу.
Ярата ул ауылда булырға. Малдарҙы мауығып күҙәтә. Өләсәһе бешергән тәмле ризыҡтар менән һыйлана. Һөт эсеп, ҡаймаҡ ашап рәхәтләнә. Олатаһы янында тышта төрлө эштәрҙә ярҙамлаша.
Рәүилдең хәтере шәп. Бөтә туғандарының да тыуған көндәрен белә. Һәм һис онотмай, телефондан ҡотлай. Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Буш ваҡыттарында һүрәт төшөрөргә ярата. Пластилиндан төрлө һындар эшләй. Уларҙы күргәҙмәгә лә алғандар.
Ауылға йыш ҡайтырға тура килмәй шул. Бигерәк йыраҡ ара. Үҙҙәренең дә баҡсалары бар. Архангел районында Баҫыу йылғаһы буйында урман эсендә генә ултыра ул. Ата-әсәһенә картуф сәсешергә лә, башҡа эштәрҙә лә булыша. Тик Баҫыу йыл­ғаһында ундай ҙур балыҡтар юҡ. Олатаһы менән өләсәһе янына барһа, тағы ла ҡармаҡларға иҫәбе бар Рәүилдең. Әкиәттәге кеүек, алтын балыҡ эләгеп, минең теләктәрҙе лә үтәһә ине, тип тә уйлап ҡуя малай. Ундайы ҡапмаһа ла, хыял­дарын тормошҡа ашырыр әле Рәүил Сарбаев. Ә алтын балыҡ ул һәр кемдең күңелендә, хыялында йәшәй. Теләктәрҙе ысын итеү кешенең үҙенән дә торалыр. Иншаллаһ, шулай булһын. Киләсәген һәйбәткә юрайыҡ.

З. СӘЛИМЙӘНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: