+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Июль 2022, 10:50

Тыныс һунар

Ажау менән һыла эләктереү – һәр балыҡсының хыялылыр. Азамат та тотто уларҙы. Ә иң башта ташбаш менән табан балыҡ ҡына ҡаба торғайны. Шунан ҡорман балыҡ, шырт балыҡ, алабуғалар эләкте.

Тыныс һунар
Тыныс һунар

Элек ҡармаҡ менән йылға буйында ултырыуға иҫе китмәй ине. Ике-өс йыл ғына әле был шөғөлгә әүәҫләнеп китеүенә. Атаһын, билдәле журналист һәм ша­ғир Нияз Бикйән улын, мәңгелеккә юғалтҡандан һуң уның балыҡ ҡармаҡлай торған бөтә кәрәк-яраҡтарын алып, һыу буйына йүнәлде. Нимә тартты икән атаһын был шөғөлгә? Шуға төшөнгөһө килде Азаматтың. Төрлө китаптар уҡыны, оҫта балыҡсыларҙың интернеттағы яҙмалары менән танышты. Яйлап үҙе лә ошо эшкә ылығып китте. Атаһының бала сағында тыу­ған ауылы Темәстә Шырҙы йылғаһында нисек итеп балыҡ тотоуҙары ха­ҡында мауығып һөйләгәнен иҫенә төшөрҙө. Олатаһы Бикйән Әбдел­ғәлим улы ла оҫта балыҡсы булған бит. Эштән ҡайт­ҡас: «Әйҙәгеҙ, уландар, киттек балыҡҡа!» – тип малайҙарын һыу буйына әйҙәгән.
Ауыл балаларының балыҡ тоторға әүәҫ булыуына ғәжәпләнәһе түгел, әлбиттә. Ә бына ҡалала тыуып үҫкән Азаматтың балыҡ ҡармаҡларға тартылыуына, һис шикһеҙ, гендар сәбәпселер.
Хәҙер инде Азаматтың балыҡ тота торған ниндәй генә ҡорамалдары юҡ! Бер түгел, биш спиннингы бар. Суртан кеүек йыртҡыс балыҡтарҙы эләктерергә лә, һыу төбөндә йәшеренеп ятҡандарын ҡаптырыр­ға ла – һәр ҡайһыһына айырым ҡорамал кәрәк икән, шуларҙың атамаларын һанап сыға.
Ағиҙел, Дим йылғалары буйында, Инорс биҫтәһендәге Йылы күлендә ҡармаҡларға ярата Азамат. Әлбиттә, бар­ған һайын балыҡ эләкмәгән сағы ла була. Әммә тәбиғәттә саф һауала, йылға ағышына ҡарап ултырыу, ҡоштар тауышын тыңлау – үҙе бер ял, йәнгә тыныслыҡ бирә. Белгәндәрен «Бәй­ләнештә» төркөмөндә яҙып, балыҡ тоторға яңы тотонған һәүәҫкәрҙәргә үҙенең кәңәштәрен еткерә.
Был Азамат тигән егет кем икән, тип аптырай­һығыҙмы? Ул – «Йәншишмә» гәзитенең элекке йәш хәбәрсеһе, мәктәп йылдарында дүрт китап сығарған шағир, Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналис­тика факультетын тамамлап, әлеге көндә «Өфөһыуканалы» предприятиеһында матбуғат сәркәтибе булып эшләгән Азамат Мәһәҙиев. Уны Балыҡсылар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм һәр ваҡыт табышлы «һунар» теләйбеҙ.

Гөлфирә ҠАРАҒУЖИНА.

Тыныс һунар
Тыныс һунар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: