+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Июль 2022, 11:30

Слива ҡан баҫымын да төшөрә

Файҙалы сифаттары буйынса был мөғжизәле емеш, груша һәм виноградты үтеп китеп, алма менән бер юғарылыҡта баһалана.  

Слива ҡан баҫымын да төшөрә
Слива ҡан баҫымын да төшөрә

Слива шәкәргә, органик кислоталарға, минералдарға, буяу матдәләренә, шулай уҡ А, В1, В2, С, К, Р, Е витаминдарына бай. 

Емештәге калий йөрәк ауырыуҙарынан файҙалы, В2 витамины нервы системаһын нығытыуҙа һәм аҡһым үҙләштереүҙә ҙур роль уйнай. Р витамины ҡан баҫымын төшөрә һәм ҡан тамырҙарын нығыта. Был витамин сливаны эшкәрткәндән һуң да һаҡлана. Емештә тромбтар барлыҡҡа килеүен иҫкәртеүсе, уларҙы дауалаусы кумариндар ҙа табылған.

Халыҡ медицинаһында слива гипертониянан, ревматизмдан, бөйөр һәм бауыр, үпкә ауырыуҙарынан, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда ҡулланыла.

 

Сығанаҡ: "Башҡортостан календары"

Фото: dacha.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: