+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Июль 2022, 16:35

Яратам, яратмайым...

Әхтәр дачаға барған һайын, донъяһын онотоп, велосипедта йөрөй.

Яратам, яратмайым...
Яратам, яратмайым...

 Ата-әсәһе лә тыймай, сөнки ҡалалағы һымаҡ, машина аҫтында ҡалыр, тип ҡурҡаһы юҡ. Үҙ иркендә йөрөй бирә.
Был юлы ниңәлер улай булманы. Юл буйы уйға батып килгән малай ҡапҡаны асҡас та, бер ҡайҙа ла һу­ғылмайынса, туп-тура сәскә түтәленә табан атланы.
Ромашкаларҙың шау сәскәгә күмелеп ултырған сағы. Уртаһы һары, тар ғына аҡ таждарҙан торған тетмәкәй япраҡлы үҫемлектәр ҡояш нурҙары аҫтында балҡый. Әхтәр улар­ҙың береһен өҙөп алды ла, бер кемгә иғтибар итмәй, таждарҙы өҙөргә тотондо:
– Яратам, яратмайым, яратам, яратмайым...
Дилә апаһы уның янына килде лә:
– Һин дөрөҫ әйтмәй­һең, – тине.
Малай уның һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәне:
– Яратам, яратмайым, яратам, яратмайым...
– Былай дөрөҫ булмай, – апаһы сабыр ғына аңлатты. – «Яратам, яратмайым» тип түгел, ә «ярата, яратмай» тип әйтәләр. Өҫтәүенә, таждарҙы өҙгәндә үҙеңә оҡшаған ҡыҙҙың һөйөү-һөймәүен белер өсөн уның тураһында уйларға кәрәк.
Әхтәр апаһына күтәрелеп ҡараны ла шөғөлөн дауам итте:
– Яратам, яратмайым, яратам, яратмайым...
Бер аҙҙан шатлығы эсенә һыймай ҡысҡырып ебәрҙе:
– Яратам!
– Яратҡан ҡыҙың кем инде ул?
– Гүзәлиә!.. Тағы ла Әлфиә, Алһыу, Дилбәр... – Йөҙө ҡояштай балҡыған Әхтәр балалар баҡсаһындағы ҡыҙҙарҙың исемен һанап сыҡты.
Уның Ғашиҡтар көнөндә яҡты донъяға килеүе юҡҡа түгелдер, күрәһең.

Факил МЫРҘАҠАЕВ.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: