-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Июль 2022, 15:20

Тәмле бит ул туңдырма!

Туңдырманы кем генә яратмай икән? Бигерәк тә йәйге эҫелә. Ә һеҙ пломбир һәм эскимоның һаулыҡ өсөн файҙалы икән белә инегеҙме?

Тәмле бит ул туңдырма!
Тәмле бит ул туңдырма!
Хатта табиптар ҙа быны раҫлай. Әлбиттә, ваҡ ҡына ҡабымдар менән ашарға кәрәк. Шул рәүешле тамаҡты сыныҡтырыу ауырымаҫ өсөн бик һәйбәт.
Туңдырма организмды кальций, липидтар, протеин, минерал, аминокислоталар һәм башҡа күп матдәләр менән байыта. Тағы бер үҙенсәлеге – тәбиғи һөт йәки һөт өҫтөнән яһал­ған тәмлекәс нервы көсөргәнешлеген бөтөрә һәм тынысландыра. Быны француз тикшеренеүселәре тәжрибәһенән сығып әйтергә мөмкин. Пломбирҙа триптофан аминокислотаһы бар. Нәҡ ул серотонинды, йәғни бәхет гормонын эшкәртеүҙә булышлыҡ итә. Туңдырма йоҡоно ла яҡшырта. Ғөмүмән, ул антидепрессант булараҡ билдәле. Ғалимдар әйтеүенсә, был һалҡын ризыҡты ашау мейегә яратҡан музыкаңды тыңлағандағы, һәйбәт кеше менән һөйләшкәндәге ке­үек тәьҫир итә икән.
Бына шулай, дуҫтар. Тик туңдырманың тәбиғи һөттән яһалғанын ғына ашағыҙ, ҡал­ғандары, киреһенсә, зыянлы булыуы ихтимал.
 
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: