ЯРАН ГӨЛ
Резеда Вәлиева һүҙҙәре, Һәүбән Чуганаев көйө
Тәҙрәм төбө минең бер нисә,
Тәҙрә һайын яран гөл үҫә.
Ал ярандар кеүек алһыуланам,
Бәғеркәйем мине күрҙе ниһә.
Ҡайғы-хәсрәтем дә юҡ кеүек,
Йөрәккәйем яна ут кеүек.
Ғазапланам иртә-кистәрен,
Әйтә алмайса йөрәк хистәрем.
Яндарыма ғына килһә ине,
Һөйәм һине, бәғрем, тиһә ине.
Күҙҙәренән алмай күҙҙәрем,
Әйтер инем йөрәк хистәрем.
Фото: vk.com