+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Август 2022, 18:05

Өфө йүкәләре

  Назар Нәжми һүҙҙәре. Рим Хәсәнов көйө.   Йәшлек урамдары, Тулы хыялдары, Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр.

Өфө йүкәләре
Өфө йүкәләре

Беҙҙең менгән аттар –

Йылдар, арғымаҡтар,

Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр.

Өфө йүкәләре

Беҙҙең хаҡта ла әле

Сәскә ата-ата һөйләрҙәр.

 

Ғүмер ике килмәй,

Уттар ике һүнмәй,

Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр.

Өфө йүкәләре

Беҙҙең хаҡта ла әле

Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: