

Өҫтәлгә саҡырғанға.
Онотолған йырын йырлай
Туғандар, яҡындарға.
Ҡушымта:
Әйҙә, әйҙә, түрҙән уҙ!
Сынаяғың тағын һуҙ.
Сәйең тәмле булһын, тиһәң
Өҫтәп ебәр бары ҡуҙ.
Ҡулын бөйөргә таянып,
Ҡырын һалып түбәсәй.
Үҙ баһаһын белеп кенә
Яһап бирә ҡайнар сәй.
Ҡушымта
Көмөш батмуслы самауыр
Килешә һәр өҫтәлгә.
Йылы хистәргә сорнай ҙа,
Мансый матур төҫтәргә.
Ҡушымта
Фото: vk.com