+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
17 Август 2022, 09:50

Самауыр

Гөлфиә Юнысова шиғыры.   Самауырһыҙ байрамдарҙы

СамауырСамауыр
Самауыр

Күҙаллауҙары ауыр.

Борондан уҡ табындарҙа

Шыжлап торған самауыр.

 

Эй, самауыр, самауыр,

Мең йәшә, рәхмәт яуғыр!

 

Йырлайһың да, һыйлайһын да

Әлдә һин бар, самауыр.

Һинең янда дуҫлыҡ нығый,

Күңел шат, донъя матур.

 

Шифалы сәйең көс өҫтәй,

Онотола һағыштар.

Дәртлерәк тибә йөрәктәр,

Асыла тын алыштар.

 

Самауыр сәйҙәре тәмле,

Яһап ебәр ҡатыраҡ.

Самауыр янында кеше

Яғымлыраҡ, шатыраҡ.

 

Төшмә табын уртаһынан,

Самауырҡай, һис ҡасан.

Бай өҫтәлең өҙөлмәһен

Сәк-сәктән, йыуасанан.

 

Фото: vk.com

Самауыр
Самауыр
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас