

– Әлеге I синыф уҡыусыларымдың да тырыш, аҡыллы, тәртипле булып үҫеүҙәрен теләйем. Яҙғы сығарылыш IV синыф уҡыусыларым кеүек, беренселәрем дә яҡшы һөҙөмтәләре менән мине, ата-әсәләрен ҡыуандырып торор, тип ышанам. Араларында әле үк маҡтауға лайыҡтары бар, улар «Йәншишмә» гәзитенең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә ойошторолған «Беренсе синыфҡа барам» конкурсында әүҙем ҡатнаша. Балаларына гәзит-бүләк эшләгәндәре өсөн атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт! – ти беренселәрҙең тәүге уҡытыусылары Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова.
Аҡ юл һеҙгә, беренселәр!
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Ауырғазы районы.