+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
20 Сентябрь 2022, 07:15

Ниндәй сәскә яратаһың?

Ер йөҙөндә сәскә яратмаған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр, моғайын. Ә кешенең ниндәй сәскәне оҡшатыуына ҡарап, уның холҡон билдәләргә мөмкин икәнен белә ине­геҙме?

Ниндәй сәскә яратаһың?Ниндәй сәскә яратаһың?
Ниндәй сәскә яратаһың?

Мәҫәлән, сәскәләр батшаһы раузаны яратҡан ҡыҙҙар, ғорур була. Кеше менән аралашҡанда үтә ныҡ яҡынлыҡ күрһәтмәйҙәр. Әйләнә-тирәләгеләр уларҙың бына-бына үҙенең энәләрен йүнәлтәсәген һиҙеп тора. Аҡыллы һәм белемле булыу­ҙары менән айырылалар. Кем дә кем уның яҡын дуҫы булыу мөмкинлегенә эйә, шулар ғына уларҙың күңелдәре ни тиклем матур икәнен күрә аласаҡ.
Ләлә сәскәһен үҙ иткәндәр тормошта тоғро юлдаш, ышаныслы дуҫ икән. Ауыр хәлгә юлыҡҡанда һалҡын ҡанлылыҡты юғалтмайҙар. Тәбиғәт ҡосағында ял итеү оҡшай. Юҡ ҡына нәмәнән дә ҙур ҡыуаныс табып йәшәй беләләр. Мәҫәлән, диңгеҙ буйындағы палатка йәки урман буйлап йөрөп килеү ҙә хыялының иң юғары нөктәһе булыуы мөмкин.
Көнбағыш сәскәһе – оптимистарҙыҡы. Энергияһын ҡояш менән ярышып тарата. Һәр бер көнөн үҙенсәлекле итеп үткәрергә ярата. Мажаралар артынан ҡыуып, һәр эштә – спортта ла, дуҫлыҡта ла, һөнәре буйынса ла – яңы үрҙәр яуларға ынтыла. Күңел асыу сараларын ойоштороуға һәләтлеләр.
Герберҙы оҡшатыусылар – иң ышаныслы әхирәттәр, балаһы өсөн йән атып торған әсәйҙәр һәм тоғро ҡатындар.
Орхидея – сәнғәт кешеләренеке. Был сәскәне яратыусылар бик сағыу шәхестәр. Һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булыуҙы яраталар.
Миләүшә – наҙлы, нәзәкәтле. Был сәскәне яратҡан кеше менән яҡындан дуҫлашырға теләүселәргә ҙур сабырлыҡ талап ителә. Кешеләр менән улар һайлап ҡына һәм бик һаҡ таныша. Алданыуҙан ҡурҡалар. Хыялланырға яраталар. Улар – талантлы, хискә һәм фантазияға бик бай.
Хризантема яратҡан ҡыҙҙар тормошта үҙҙәренең нимә теләгәнен бик яҡшы аңлай. Ҡуйған маҡсаттарына, бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай, туп-тура баралар. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙең һорауын бер ваҡытта ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар.

 

Фото: mykaleidoscope.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас