+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
25 Сентябрь 2022, 17:45

Балаларҙы һаҡлаусы доға

Ислам динендә башҡаларға, бигерәк тә үҙ балаларыңа иҫәнлек-һаулыҡ теләп доға ҡылыу бар. Әйтәйек, Ибн Ғәббәс исемле сәхәбә һөйләүе буйынса, һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм үҙенең ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенде һаҡлауын һорап, Аллаһ Тәғәләгә былай мөрәжәғәт иткән:

Балаларҙы һаҡлаусы доғаБалаларҙы һаҡлаусы доға
Балаларҙы һаҡлаусы доға

 "Әғүҙү бикәлимәәтиль тәммәти миң күлли шәйтаанин хәммә үә мин күлли ғәйнин ләммә”.
Мәғәнәһе:
Аллаһтың камил һүҙҙәре менән, шайтандан, барса зарар килтереүсе һәм күҙ тейҙереүселәрҙән, йә Аллаһ, Үҙеңә һыйынам". (Был доғаны ҡылыр алдынан "Фатиха" менән "Ихлас" сүрәләрен уҡыу кәңәш ителә).

 Фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас