+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Октябрь 2022, 00:05

Алтынсылар маҡтауға лайыҡ

Әбйәлил районы Рауил мәктәбенең VI синыф уҡыусылары Вәсил Фәйзуллин, Айгүзәл Йәрмөхәмәтова һәм Айзилә Ғәлиуллина хеҙмәт ветерандары, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Рима Әһел ҡыҙы һәм ғүмер буйы колхозда тракторсы булып эшләгән  Ихсан Ислам улы Шәһивәлиевтарҙың өйөнә барып ярҙам иткән.

Алтынсылар маҡтауға лайыҡ
Алтынсылар маҡтауға лайыҡ

Ҡыҙҙар инәйҙең иҙәнен йыуһа, ә Вәсил балаҫтарын ҡағып биргән. Ололар балаларҙың ярҙамға килеүенә бик ҡыуанған. Эш бөткәс, бергәләп сәй эсә-эсә, күңелле әңгәмә ҡорғандар.

Ололар  балаларға рәхмәт әйтеп, тағы килеүҙәрен теләп ҡалған.

Алтынсылар, афарин, гел шулай булығыҙ, йәме!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: