

Биш йәшлек кенә Әҙиләнең белмәгәне юҡ. Үҙе шул тиклем ихлас, илгәҙәк. Бүләккә ныҡ һөйөндө ул, гәзит үткәргән бәйгеләрҙә тағы ла ҡатнашасағын белдерҙе. Афарин, Әҙилә! Һәр ваҡыт шулай әүҙем, уңған булып ҡал!
Дуҫтар, һеҙ ҙә "Йәншишмә"нән айырылмағыҙ! Гәзиткә яҙылығыҙ ҙа төрлө бәйгеләрҙә, уйындарҙа ҡатнашығыҙ! Бүләктәр отоғоҙ!