+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
22 Октябрь 2022, 15:05

“Бер кем берәүгә лә, бер нәмә лә тейеш түгел!”

Һеҙ был фразаны йыш ҡабатлайһығыҙмы? Ҡайҙан алынған ул  халыҡ араһындағы ошо һүҙ: “Бер кем  берәүгә лә, бер нәмә лә тейеш түгел!” Был фекер төптө дөрөҫ түгел! Кеше йәмғиәттә йәшәй. Шулай булғас, башҡалар менән ниндәйҙер мөнәсәбәттәр ҡораһың, мотлаҡ кемгәлер нимәлер эшләргә тейеш булаһың. Сөнки өмөтләндергәнһең, вәғәҙә биргәнһең, һүҙең йә мисәтең менән нығытҡанһың. Унан килеп, "намыҫ" төшөнсәһен  ҡайҙа ҡуяһың?

Һин кешене тормошоңа индергәнһең, йә үҙең ингәнһең – шуның менән генә лә үҙеңә ниндәйҙер бурыстар алғанһың. Уның алдында, үҙең алдында бурыстар.

Үҙеңде альпинист итеп күҙ алдына килтер. Һинең менән бер бауҙа булған кешегә ҡысҡыраһың: “Эй, дуҫ, мин арыным, ялҡтым, һине ысҡындырам – мин һиңә бурыслы түгел”. Әлбиттә, һис шикһеҙ, бурыслыһың!
Беҙ балаларыбыҙға бурыслы – улар беҙҙән һорап тыумаған. Беҙ атай-әсәйҙәребеҙгә бурыслы, ошо донъяла йәшәргә мөмкинлек биргәндәре өсөн. Дуҫтарға дуҫ булғаныбыҙ өсөн бурыслы. “Яратам” тип әйткән кешебеҙгә бурыслыбыҙ. Мөнәсәбәт тигән һүҙ үҙе генә лә һинең кем менәндер тығыҙ бәйләнешкә инеүең тураһында һөйләй. Һин  минең әхирәт икән, мин һиңә бәлә килгәндә ярҙам итергә бурыслы. “Миңә бәләңде һалма, үҙ хәсрәтем башымдан ашҡан”, – тип әйтә алмайбыҙ.
Бер кем берәүгә лә тейешле булмағанда йәшәүе еңелерәк кеүек тойола. Әммә яуаплылыҡ  күңел эшмәкәрлеген, йөрәк йылыһын талап итә шул.

Анна Кирьянова.
Тәржемә: Сәләм телеканалы төркөмө.

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас