

Аттарҙа һыбай йөрөп ҡарағандар, үҙ ҡулдары менән хайуанҡайҙарҙы иркәләгәндәр, устарына бесән һалып, ашатып ҡарағандар. Кескәйҙәргә ныҡ оҡшаған был сәйәхәт. Улар ошо онотолмаҫ сәйәхәтте ойошторған атай-әсәйҙәренә рәхмәт әйтеп, матур ял итеп ҡайтҡан.
Фото: Гөлли Йәнгилдина.